"Бәйләнеш"тә яҙыуынса, бөгөн Баймаҡта көньяҡ-көнсығыш райондарҙың асыҡ турниры үтә икән. Унда республикабыҙҙың төрлө төбәгенән йәш көрәшселәр йыйылған.
"Баймаҡтың көрәш мәктәбе үҫеүенә ҡыуанам. Ул башҡа яҡтарҙан да көрәшселәрҙе туплай. Бында дуҫлыҡ, татыулыҡ. Бөгөнгө турнирҙа ҡатнашыусыларға уңыштар!" - тип яҙған Башлыҡ.
Һәм былай тип тә өҫтәгән:
"Көрәшселәрҙе күрҙем дә? 1981 йыл иҫкә төштө. Ул саҡта Ишембай һабантуйында һарыҡ алғайным". Фотола - йәш көрәшсе Радий Хәбиров.
Фото: vk.com