Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров - Баймаҡта

Башҡортостан Башлығы бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәрендә Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанын яңыртыу барышы менән танышты. Майҙан быйыл әҙер буласаҡмы?

Радий Хәбиров - Баймаҡта
Радий Хәбиров - Баймаҡта

«Баймак. Ветер перемен» проекты 2020 йылда Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите конкурсының икенсе этабында еңеүсе һигеҙ проект исемлегенә ингәйне. Әле майҙанда ошоға ярашлы төҙөкләндереү эштәре бара. Уның тәүге этабы - майҙанға плитка түшәү, әҙерлек эштәре быйыл июндә тамамланасаҡ, артабан төҙөкләндереүгә, газондарға тотонасаҡтар.

Иҫегеҙҙәме икән, бер ай элек Радий Хәбиров муниципалитет башлығы Фәнис Әминевҡа тәғәйен ваҡыттан артта ҡалған өсөн иҫкәртеү яһағайны.

Майҙанға эскәмйәләр, арка-сәхнә, ҡоро фонтан ҡуясаҡтар. 1 сентябргә барыһы ла әҙер булырға тейеш.

Республика етәксеһе социаль селтәрҙә яҙыуынса, беҙҙә йәмәғәт киңлектәрен (биләмәләрен) матурлауға ҙур иғтибар бирелә. Халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Радий Хәбиров - Баймаҡта
Радий Хәбиров - Баймаҡта
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: