Бөтә яңылыҡтар

Нисек булдыра алаһың, шулай...

Йылы яҡтарҙа булған хәл. Ҡыҙы килеп, әсәһенә зарлана, ти:
– Бер егетте оҡшатам. Әммә ул миңә бер нисек тә ҡарамай...
– Һи, балам, был эште төҙәтеп була. Миңә юлбарыҫ мыйығының өс ҡылын килтер, хәйлә өйрәтәм, – тигән әсәһе.
– Һин нимә, әсәй, юлбарыҫ – хәтәр йыртҡыс! – ҡыҙ хатта ҡалтырап киткән.
– Ә һин барып ҡара. Ҡатын-ҡыҙ бөтә нәмәне белергә тейеш! – әсәһе ҡырт киҫкән.
Нишләһен ҡыҙы, һарыҡ итенең бер ҙур өлөшөн алған да киткән юлбарыҫтың ҡылы артынан. Сей ит еҫенә тиҙ килгән юлбарыҫ. Әммә ҡыҙ итте ташлап ҡасҡан. Икенсе көнөнә тағы шул хәл ҡабатланған. Өсөнсө көнгә ҡыҙ итте йыртҡыс алдына ташлаған, әммә ҡасмаған, алыҫтаныраҡ булһа ла, ашағанын ҡарап торған. Дүртенсе һәм бишенсе көндә лә шулай иткән, тик был юлы яҡынданыраҡ ҡараған. Алтынсы көнгә ит тотҡан ҡыҙҙы күреүгә юлбарыҫ шатлығынан ҡойроғон болғаған. Ҡыҙ уны ҡулынан ғына ашатҡан. Етенсе көнгә юлбарыҫ ашап туйғас, башын ҡыҙҙың тубығына һалған. Ә ҡыҙ үҙенә кәрәк өс ҡылды тартып та алған. 
– Бына яҡшы булған! Ҡыҙым, һин шундай йыртҡысты ҡулға эйәләштерҙең. Бар теге егетеңә! Хәйләләпме, наҙ менәнме, сабырлыҡ күрһәтепме – һин уны барыбер үҙеңә ҡарата алырһың, – тигән әсәһе.

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: