+10 °С
Болотло
Был ваҡиға Көньяҡ Африка Республикаһының Лимпопо провинцияһында була. Етмәһә, буласаҡ кейәү кеше видеояҙма менән социаль селтәрҙәрҙә бүлешә. Мәғлүм булыуынса, был көндө ҡыҙҙың атаһы донъя ҡуйған була. Барыһы ла ҡайғырып, илаулап ултыра. Видеояҙманан күренеүенсә, шундай мәлдә егет ҡыҙға тәҡдим яһай. Ә арты планда мәйет ятҡаны күренә. Бында булған кешеләр ни ҡыуанырға ла, ҡайғырырға ла белмәй аптырап ҡала. Әлбиттә, ҡыҙ ризалаша һәм егет кеше ҡулына балдаҡ кейҙерә.
Фото: Т. АМАНОВ.