Бөтә яңылыҡтар

Хакимиәт башлығы урынбаҫары тотолған

Коррупцияға бәйле оператив-эҙләү эше барышында Мәләүез ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығының бер урынбаҫары эләккән...

Хакимиәт башлығы урынбаҫары тотолған
Хакимиәт башлығы урынбаҫары тотолған

Мәләүез эске эштәр бүлегенең иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре алып барған оператив тикшереүҙәр шуны күрһәткән: ҡала һәм район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәренән ике миллион һум күләмендә аҡса таптырған. 

Етем балалар өсөн торлаҡ төҙөүгә застройщик билдәләү аукционы үткәрелгән дә, бер йәмғиәт конкурста еңгән. Муниципаль контракт төҙөлгән. Ә артабан ошо уҡ ойошма менән тағы бер торлаҡ буйынса килешеү төҙөргә тейеш булғандар. Теге урынбаҫар ошонда яңылышҡан да инде - торлаҡты ҡабул итеп алыу буйынса акттарға кәртәһеҙ ҡул ҡуйыу өсөн ришүәт талап иткән. Хатта "уртаҡ" (посредник) та билдәләгән. 

Алыш-биреш кисә булған. Оперативниктар тәүҙә - аралашсыны, шунан урынбаҫарҙың үҙен тотҡан. Енәйәт эше асылған, тикшереү дауам итә.

Фото: МВД по РБ.

 

 

Хакимиәт башлығы урынбаҫары тотолған
Хакимиәт башлығы урынбаҫары тотолған
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в