Бөтә яңылыҡтар

1-се Төркмәндә янғын депоһы асылды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Баймаҡ районындағы эш сәфәрендә 1-се Төркмән ауылында ла булды.

1-се Төркмәндә янғын депоһы асылды
1-се Төркмәндә янғын депоһы асылды

Радий Хәбиров янғын часы асыу тантанаһында ҡатнашты. Был бүлексәне республика етәксеһе 2020 йылда Баймаҡ буйлап эш сәфәрендә йөрөгәндә төҙөргә ҡушҡайны. Янғын часы белгестәре барлығы 3000-дән ашыу кеше йәшәгән 12 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерәсәк.

Радий Хәбиров, былтырғы йәйҙең еңел булмауын иҫкә төшөрөп, һәр янғын һүндереүсегә рәхмәт белдерҙе. Яңы миҙгелдең һөҙөмтәле булыуына өмөтләнеүен әйтте.

Депоға янғын һүндереү техникаһы ла алынған. 

Башҡортостан Башлығы урман янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында пожарныйҙар ҙа, ябай кешеләр ҙә бар. Ишбирҙе ауыл советына прицеплы янғын техникаһы - ЛКТ - 4П цистернаһы тапшырылды.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

 

 

1-се Төркмәндә янғын депоһы асылды
1-се Төркмәндә янғын депоһы асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: