Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан делегацияһы - Иранда

Иран Ислам республикаһына беҙҙең бизнес-миссия 16 майға тиклем дауам итә. Делегацияны БР Хөкүмәте вице-премьеры - Башҡортостандың РФ Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков етәкләй.

Башҡортостан делегацияһы - Иранда
Башҡортостан делегацияһы - Иранда

Иранға барыусы төркөм составында сәнәғәт һәм нефть предприятиелары вәкилдәре бар.

Сергей Греков билдәләүенсә, беҙҙекеләр аныҡ тәҡдимдәр һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса "юл картаһы" менән барған. Хеҙмәттәшлекте үҫтереү ауыл хужалығы, фән, сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағыла. Әлбиттә, импортты алмаштырыу буйынса һәм республика тауарҙарын ошо илгә һатыуға бәйле яңы йүнәлештәр өйрәнелә. Нефть һәм газ секторы буйынса ла уртаҡлашаһы тәжрибә байтаҡ. 

Тәүге көндә Башҡортсотан делегацияһы Тәһранда ҙур нефть һәм газ күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Унан һуң эшлекле һөйләшеүҙәр башлаған. 

Иран күптән инде Көнбайыш санкциялары шарттарында йәшәй. Глобаль санкциялар уларға 2012 - 2016 йылдарҙа һәм 2018 йылда индерелде.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан делегацияһы - Иранда
Башҡортостан делегацияһы - Иранда
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в