Әйткәндәй, ремонт талап ителгән мәктәптәрҙе яңыртыу Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса махсус программаға ярашлы бара. Әлеге уҡыу йорто ла шул исемлеккә ингән. Эштәр апрелдә башланған, 1 сентябргә бөтөргә тейеш. Балалар әлегә 4-се лицей бинаһында уҡый. Уларға уңайлы булһын өсөн ваҡытлыса йәмәғәт транспорты графигы ла үҙгәртелгән.
Радий Хәбиров балалар поликлиникаһында ла булды. 300 кешене ҡабул итеүгә тәғәйенләнгән был бина былтыр төҙөлә башлаған. Республика - 440,3 млн, федераль ҡаҙна 372,2 млн һум аҡса бүлгән.
- Баймаҡ халҡына был поликлиника бик кәрәк ине. шуға ла төҙөргә булдыҡ. Эш барышы контролләнә. Биләмәне төҙөкләндереү ҙә күҙаллана. 2022 йыл аҙағына балаларға заманса дауалау учреждениеһы әҙер буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.
фото: БР Башлығы сайтынан.