Бөтә Рәсәй Инвестиция һабантуйына әҙерлек бара

“Урал аръяғы” - “Зауралье” йыйыны беҙҙә дүртенсегә үтәсәк. Кисә Мәскәүҙә уның программаһы буйынса фекер ашылыу ултырышы үтте.

Бөтә Рәсәй Инвестиция һабантуйына әҙерлек бараБөтә Рәсәй Инвестиция һабантуйына әҙерлек бара
Бөтә Рәсәй Инвестиция һабантуйына әҙерлек бара

Быйыл инвестһабантуй 2 июндә асыла ла, 4-ендә Баймаҡ районында һабантуй менән тамамлана.

Ултырышты асып, БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Санкциялар арҡаһында сит илдәрҙәге партнерҙар бик үк килә алмай, шулай ҙа Ҡаҙағстан, Белоруссия, Төркиә вәкилдәре киләсәген раҫлаған.

- Форум йыл һайын уҙа, саралары ла арта. Үткән өс инвестһабантуйҙа барлығы 57 килешеү төҙөлгән, 33 инвестиция килешеүенең дөйөм суммаһы 113 млрд һум. Был сара – көрсөк шарттарында үҫештең иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашыу майҙаны, - тине Андрей Назаров.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Бөтә Рәсәй Инвестиция һабантуйына әҙерлек бара
Бөтә Рәсәй Инвестиция һабантуйына әҙерлек бара
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас