Бөтә яңылыҡтар

Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында нимәләр була?

Тиҙҙән Сибайҙа “Зауралье – 2022” инвестиция һабантуйы уҙасағы тураһында яҙғайныҡ инде. Мәскәүҙә уны үткәреү буйынса йөкмәткеле ултырыш ойошторолдо.

Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында нимәләр була?
Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында нимәләр була?

Ҙур ваҡиғаның концепцияһы тураһында БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.

Быйыл 1500 ҡатнашыусы килеүе көтөлә. Сит ил вәкилдәре лә бар. Улар санкция шарттарында Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫеше буйынса фекер алышасаҡ.

Ошо форумда бизнес-шерифтар йыйыны ла уҙа. Әйткәндәй, быйыл Сибай филармонияһының бөтә залы файҙаланыласаҡ.

Мәҙәни программа ла бай: “Байыҡ”, ”Ирәндек моңдары”, ”Ҡымыҙфест” һ.б.

БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева әйтеүенсә, быйыл 15 ил вәкиле ҡатнаша. Әле дүрт илдән киләсәктәре раҫланған: Ҡаҙағстан, Беларусь, Төркиә, Италия.

Зауралье” инвестһабантуйының даими партнеры – Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы. Быйыл уның президенты Катыриндың килеүе күҙаллана.

Шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһының тотороҡло үҫеш һәм “йәшел” финанслау буйынса эксперт советының күсмә ултырышы ла буласаҡ.

Программа раҫланғас, уны тулыһынса бирербеҙ.

Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында нимәләр була?
Бөтә Рәсәй инвестһабантуйында нимәләр була?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: