Бөтә яңылыҡтар

Юғалған ирҙе өс көн буйы эҙләйҙәр

Эҙләүҙәргә полиция хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы ла ҡушыла.

Юғалған ирҙе өс көн буйы эҙләйҙәр
Юғалған ирҙе өс көн буйы эҙләйҙәр

9 майҙа Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүсе 50 йәшлек ир бәхетһеҙ осраҡҡа юлыға. Ул байрам көндө үҙ ауылынан күрше Исхаҡ ауылына тракторҙа юл тота. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тейешле ергә барып етмәй юғала. Уны ауыл халҡы, хоҡуҡ һаҡсылары күмәкләп эҙләй.

 Ирҙе 11 майҙа үле килеш табалар. Уның кәүҙәһе Исхаҡ ауылынан өс саҡырым алыҫлыҡта түңкәрелгән трактор аҫтында була. Был хәл буйынса тикшереү эше бара, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: