Бөтә яңылыҡтар

Водителдәр иғтибарына

М-5 трассаһы участкаһында хәрәкәтте ваҡытлыса сикләйәсәктәр. Тулыраҡ сайтта.

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

Төҙөлөш эштәренә бәйле 16 майҙан алып 21 майға тиклем М-5 трассаһында, 1300+000 – 1312+000 км автомобиль юлының 1311+000 саҡрымында, 5:00 сәғ. алып 5:30 сәғәткә тиклем һәм 6:00 сәғ. алып 6:30 сәғәткә тиклем бөтә төр транспорт өсөн дә юл ябыла. Массаһы 3,5 тоннанан кәмерәк автомобилдәр өсөн урау юл ойошторола: https://yandex.ru/maps/?um=constructor%3Ac61e91c6ba09c3d7eca405eef57411367ef03e99f17dff2854a508f5efb86205&source=constructorLink."

Был турала "Урал буйы" юл идаралығы хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: