Юл һалыусылар водителдәргә генә түгел, ә йәйәүлеләргә лә уңайлы юл булһын өсөн тырыша. Проект буйынса тротуарҙар урыны менән киңәйтелә лә, ҡайһы бер урамдарҙа велоюлдар барлыҡҡа килә.
Баландин бульварында шулай, Эшсе хәбәрселәр урамында ла тиҙҙән велосипед һуҡмағы буласаҡ.
Өфөлә велосипедта йөрөүселәр һаны йылдан-йыл арта. Юл проектланғанда был иҫәпкә алына ла инде.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.