Бөтә яңылыҡтар

Тәүлек эсендә муттар 18 кешене алдаған

34 йәшлек иргә ялған "банк менеджеры" шылтыратып, "ниндәйҙер бәндәләрҙең" уның исеменә 6 миллион һумға яҡын кредит алырға тырышыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Артабан аферист кредит килешеүен өҙөр өсөн заявканы кире алырға бер-ике операция башҡарырға тәҡдим иткән. Ир уның инструкцияһы буйынса, банк иҫәбемә һаҡ ҡуям, тип уйлап, 5,5 миллион һум кредит алған. Бер аҙҙан уға ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" шылтыратып, ул аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәңәш биргән. Шул мәлдә генә ир үҙенең муттар менән һөйләшеүен аңлап ҡалған да, банк картаһына блок ҡуйған - муттарға бер тин дә күсермәҫкә аҡылы еткән.  

Тәүлек эсендә муттар 18 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 18 кешене алдаған

Ә бына 29 йәшлек ҡатын муттарҙы тыңлап, отолған: 1 миллион һум кредит аҡсаһын уларға бүләк иткән. Хәҙер терһәген тешләһә лә, хатаһын төҙәтә алмаясаҡ - аҡсаны банкка уға ҡайтарырға тура киләсәк. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: