Бөтә яңылыҡтар

Һәр ваҡытта бәйләнештә булырға мөмкинлек бирә

Башҡортостанда бер йыл дауамында Урал аръяғы райондарының 66 тораҡ пункты юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Бында райондағы барлыҡ төп туристик локациялар һәм ял итеү урындары ингән.

Һәр ваҡытта бәйләнештә булырға мөмкинлек бирә
Һәр ваҡытта бәйләнештә булырға мөмкинлек бирә

Мобиль интернет Еҙем йылғаһы буйында ултырған Толпар ауылдында, Талҡаҫ күле буйында, Белорет районындағы «Айгир» тимер юлы станцияһы биләмәһендә, Бөрйән районының Нәби, Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарында ла барлыҡҡа килгән.

– Башҡортостандың башҡа биләмәләре кеүек, Урал аръяғы тәбиғәтенең ландшафты ла күп төрлө. Унан тыш, халҡы һаны әҙ булған ауылдар ҙа бик күп. Шуға күрә элемтә операторҙар өсөн уларҙың ифраструктураһын үҫтереү буйынса эш алып барыу бигүк еңелдән түгел. Беҙҙең өсөн туристарҙы йәлеп итерлек биләмәләрҙә бәйләнеш селтәрҙәрен үҫтереү буйынса операторҙарҙың эште башлап ебәреүҙәре бик мөһим, – тине дәүләт идараһының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рөстәм Хәмәтвәлиев.

Юғары тиҙлектәге мобиль интернет хеҙмәттәре заманса һанлы сервистарға киң мөмкинлектәр аса: торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен түләргә, дәүләт хеҙмәте порталы, мобиль банкты ҡулланырға, онлайн-кинотеатрҙарҙа фильмдар ҡарарға мөмкин. Урындағы халыҡҡа һәм туристарға технология уңайлылыҡ булдырып, һәр ваҡытта бәйләнештә булырға ярҙам итә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: