Бөтә яңылыҡтар

Музейға төндә кил...

Тиҙҙән иң ҙур мәҙәни ваҡиғаның береһе була. Хатта бушлай автобус та йөрөйәсәк.

Музейға төндә кил...
Музейға төндә кил...

Быйыл “Музейҙар төнө – 2022” акцияһы 21 майҙа үтә. Саралар киске сәғәт 6-ла башлана.

Башҡортостан был акцияла 12-се йыл рәттән ҙур теләк менән ҡатнаша.

Быйыл саралар һәм күргәҙмәләр өс йүнәлешкә арнала: Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы; “Быуындар хәтере” – илһөйәрлек темаһы; “Үткәнде эҙләү – үҙеңде асыу” – ғилми эштәр, тарих, ата-бабалар эҙе һ.б.

Республикала акция 90-дан ашыу майҙансыҡта үтәсәк. Өфөлә халыҡты 19 урында көтәләр.

Ҡайһы берәүҙәренең адрестары:

Почта музейы, Ленин урамы, 28

БР Милли музейы, Совет урамы, 14

Хәрби дан музейы, Комаров урамы, 7

В. И. Альбанов ис. полярниктар музейы, Свердлов урамы, 88

“Ижад” күргәҙмә залы, Космонавттар урамы, 22

112-се кавдивизия музейы, Левитан урамы, 27

“Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркы, Менделеев урамы, 158

“X-MAX” галереяһы, Октябрь проспекты, 116.

Әйткәндәй, Милли музейҙан “Интеллектус” йортона тиклем (Софья Перовская урамы, 52/2, “Коньяҡ полюс” СЙ) бушлай автобус та йөрөйәсәк. Ул Милли музейҙан 19:00, 20:00, 21:00, 22:00, 23:00 сәғәттәрҙә, “Интеллектус”тан 19:30, 20:30, 21:30, 22:30 сәғәттәрҙә ҡуҙғала.

Фото һәм сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығы сайты.

Музейға төндә кил...
Музейға төндә кил...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: