Бөтә яңылыҡтар

Клематисты нисек үҫтерергә?

  Лианалар төркөмөнә ҡараған был сәскә бер урында тиҫтәләрсә йыл үҫә ала. Айына ике мәртәбә ашламалар менән туҡландырыу талап ителә.

Клематисты нисек үҫтерергә?
Клематисты нисек үҫтерергә?

Соҡор ҙур ғына (80x80x80 см) булырға тейеш. Уға һәйбәт органик ашлама һалырға кәрәк, яңы тиреҫ ярамай. Соҡорҙо ошолай тәрбиәләгәндән һуң тупраҡ яҡшы итеп урынына ултырырға тейеш.

Сәскәне ултыртҡанда тамырына 8-10 сантиметр еткермәйерәк бер аш ҡалағы "AVA" препараты һалыу һәйбәт булыр, был эште өс йыл һайын ҡабатлап торорға кәрәк.

Клематистың төрҙәре күп, ҡайһы берҙәренең сәскәһе көньяҡҡа ҡараһа, икенселәренеке өҫкә баға. Ошо айырмалыҡтарҙы күҙ уңында тотоп, үҫемлекте һәр кемде матурлығы менән һоҡландырып торорлоҡ йүнәлештә сәсергә кәрәк. Бынан тыш, клематисҡа матур, ныҡлы "иптәштәр" талап ителә, сәскә уларға һыйынып, таянып, елдән һаҡланып үҫә. Уны май аҙағында минераль ашлама менән тулыһынса туҡландырырға кәрәк.

 

Фото:m.nn.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: