Бөтә Рәсәй “Киберкешеләр йәниҫәбе” программаһы беҙҙә былтыр старт алған. Әле “Моторика” компанияһына ҡул протезы алыу өсөн 25 ғариза килгән. Былтыр барлығы 21 функциональ протез алғандар. Быйыл иһә шундай 30-ҙы ҡуйыу күҙаллана.
Перепись программаһының маҡсаты – халыҡҡа (кәрәк кешегә йәғни) бушлай протез алыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт биреү. Закон буйынса протез, инвалид креслоһы йә башҡа реабилитация техникаһы кәрәккән һәр Рәсәй гражданы уларҙы дәүләттән бушлай алырға хоҡуҡлы.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.