Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ 13-сө йомаға ниндәй ҡарашта?

13- сө йомаға тура килеү менән  бәйле төрлө хөрәфәт йөрөй. Йәнәһе лә, был көндө төрлө күңелһеҙ хәлдәр йыш осрай. Әйткәндәй, бындай ырым- ышаныу сағыштырмаса күптән түгел генә барлыҡҡа килгән – XIX–XX быуаттарҙа.

Ә һеҙ 13-сө йомаға ниндәй ҡарашта?
Ә һеҙ 13-сө йомаға ниндәй ҡарашта?

Риүәйәткә ҡарағанда, 12-һенән 13 йомаға ҡарай 12 бисура (ведьма) бергә йыйыла. Һуңғараҡ күңел асыуҙың ҡыҙған мәленә уларға Иблес тә килеп ҡушыла. Шулай уҡ тағы ла бер ышаныу: был көндә йәнәһе лә, Әҙәм менән Һауа тыйылған емеште ашаған. Шуға ла 13 йомаға тура килһә, уңышһыҙ булыуын көт тә тор.

Был көнгә бәйле ышаныуҙар әлегәсә йәшәй. 13 йома көндө түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк.

  • Операция яһатырға ярамай, уның үлем менән тамамланыуы бар.
  • Яңы эш башлау, сәйәхәткә сығыу ҙа тыйыла.
  • Туй, башҡа байрам үткәреү ҙә насар тамамланасаҡ.
  • Бурысҡа аҡса биреү ҙә яҡшыға түгел.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: