

Тарихы XVIII быуатҡа барып тоташа. Бар тотҡан берәүҙең әтәсе юғалған, ти.
Был эсемлеккә бер көндө бағышлау “Drinkaware Trust” инглиз ойошмаһы идея менән булдырылған. Ундағы етәкселек алкоголь ҡулланыуҙы “мәҙәни” итмәксе булған. Иҫерткестәрҙең зыянын мөмкин тиклем кәметеп, төрлө коктейль яһап эсеүҙе таратырға ниәтләгәндәр.
Коктейль составында мотлаҡ бер нисә төр ингредиент була. Тоҡомло булдымы икән, бай ҡошон табып биреүсегә хатта ҡыҙын вәғәҙә иткән. Бер көндө әтәсте тотоп, быларға йәш егет килгән. Бар хужаһының ҡыҙы тулҡынланыуынан төрлө эсемлекте бер һауытҡа бутап ҡойған да ҡуйған. Килеп сыҡҡан миксты бик оҡшатҡандар. Ә әтәс юғалып торған сағында ҡойроҡһоҙ ҡалған, имеш. Шуның хөрмәтенә яңы эсемлекте “коктейль”, йәғни “әтәс ҡойроғо” тип атағандар.
Коктейлде өйҙә лә яһап була.
Бына һеҙгә бер нисә ябай рецепт:
Фруточино
Шәкәрле сироп – 40 мл
Грейпфрут һуты – 110 мл
Эспрессо (кофе) – 50 мл
Боҙ кубиктары – 180 г
Коктейль стаканына боҙ һалырға ла уға сироп, һут, эспрессо ҡушып, әкренләп кенә болғарға.
“Хәйерле иртә”
Йәшел сәй – 1 стакан
Алма һуты – ярты стакан
Лимон – яртыһы һутҡа, яртыһы биҙәргә
Боҙ
Йәшел сәйҙе бешереп, һыуытырға. Уға алма һәм лимон һуттарын өҫтәп, болғарға һәм боҙ, лимон телеме һалырға.
“Туҡлыҡлы”
Сей йомортҡа – 2 дана
Бал – 2 балғалаҡ
Ҡара сәй – 2 стакан
Лимон – 2 дана
Шәкәр – 1 стакан
Йомортҡаларҙың һарыһын айырып, уларға бал ҡушып болғарға. Шунан ҡаты ҡайнар сәй өҫтәргә. Массаны бер аҙға утҡа ҡуйырға һәм болғап, лимон һуты ҡушырға. Эсемлек һыуыңҡырағас, һыуытҡысҡа ҡуйып торорға. Ул арала икенсе лимондың һутын һығып, ҡабығын ваҡлап турарға. Йомортҡа ағына шәкәр, лимон һуты, ваҡланған ҡабыҡтарҙы ҡушып, ныҡлап болғарға. Һыуытҡыстан баяғы эсемлекте алып, стакандарға ҡойғас, һәр береһенә йомортҡа ағы массаһын һалырға һәм тәменсә какао йә корица һибергә.
Тәмле булһын коктейлдәрегеҙ!