Бөтә яңылыҡтар

30 миллионға тиклем аҡса аласаҡтар

БР Ауыл хужалығы министрлығында   «Ғаилә ферма»һы гранты конкурсы еңеүселәрен билдәләнеләр.  

30 миллионға тиклем аҡса аласаҡтар
30 миллионға тиклем аҡса аласаҡтар

 

 Программа буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы –  259,7 млн һум.

Конкурсҡа 53 ғариза тапшырылған. Проекттарын яҡлауға 34 дәғүәсе һайлап алынған.

– 2 миллиондан 26 миллионға тиклем грантты республиканың төрлө мөйөштәренән фермер хужалыҡтары аласаҡ. «Ғаилә ферма»һы программаһы буйынса дәүләт ярҙамы хужалыҡтарҙы киңәйтеү һәм үҫтереү, продукция етештереүҙе арттырыу, яңы эш урындары булдырыуға йүнәлтелгән, – ти БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.

Был грант крәҫтиән-феремер хужалыҡтарына, шәхси эшҡыуарҙарға  30 миллион һумға тиклем бирелә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: