Бөтә яңылыҡтар

Юл фажиғәләре - 11 май

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм ун бер кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре яҡынса 1700 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 30 эскән водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 11 май
Юл фажиғәләре - 11 май

Кисә көндөҙ Шаран районында 38 йәшлек ир идара иткән "ВАЗ-2114" менән Туймазы ҡалаһынан 24 йәшлек егет идара иткән "ВАЗ-2110" машиналары бәрелешкән.

Ике водитель дә дауаханаға оҙатылған. "ВАЗ-2114" машинаһы пассажиры, Октябрьский ҡалаһынан 45 йәшлек ир, һәләк булған. Икенсе пассажир, 43 йәшлек ир, дауаханала. "ВАЗ-2110" машинаһынан 18 һәм 19 йәшлек ике егет тә йәрәхәтләнгән. Авария уҙышыу тыйылған ерҙә булған. Был ваҡиға буйынса тикшереү башланған, уның барышында ваҡиға сәбәптәре асыҡланасаҡ.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: