Бөтә яңылыҡтар

Яңы балалар дауаханаһы төҙөлә

Өфөлә Республика балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәгенең яңы корпусының өсөнсө этажының каркасы  төҙөлөп бөттө.

Яңы балалар дауаханаһы төҙөлә
Яңы балалар дауаханаһы төҙөлә

  

«Төҙөлөшкә    84 эшсе һәм  4  берәмек техника йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта  вентиляция һәм яҡтыртыу системаһын ҡороу, техник ҡаттың стенаһын бетонлау эштәре башҡарыла», —  тип һөйләй БР төҙөлөш министрының беренсе урынбаҫары   Алексей Новиков.

Г формаһындағы ете ҡатлы  яңы бинаның  майҙаны 17,7 мең кв. метр тәшкил итәсәк.   Бында көндөҙгө стационар, иммунология блогы, онкология, гематология, реанимация һәм интенсив терапия, һөйәк мейеһен күсереп ултыртыу  бүлектәре, операция блогы, лаборатория һәм башҡалар урынлашасаҡ.   

Республика балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәген 2025 йылдың 31 ғинуарына  төҙөп бөтөргә планлаштырылар. 

Фото:Башинформ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: