Бөтә яңылыҡтар

Һуған үҫтереүселәргә кәңәштәр

  Орлоҡтарҙы һыуыҡ тупраҡҡа ултыртмағыҙ, һуған ауырыуҙарға тиҙ бирешәсәк.

Һуған үҫтереүселәргә кәңәштәр
Һуған үҫтереүселәргә кәңәштәр

Һуған яҡшы итеп ашлама индерелгән һәм дымландырылған ерҙе ярата, балсыҡлы урында насар үҫә. Уны элек ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, шалҡан, редис, сельдерей кеүек йәшелсәләр үҫкән ергә сәсеү отошло. Орлоҡто сәсергә ике аҙна ҡалғас, түтәлдәр әҙерләгеҙ. Уларҙың бейеклеге 15 – 20 см булһын. Һәр квадрат метрға ярты биҙрә серетмә, торф-тиреҫ компосы, ике стакан ағас көлө һалығыҙ. Яҙ иртә килгән йылдарҙа, тупраҡ йылынғас, апрелдән дә ҡалмай һуған ултыртырға була. Шытыуҙы тиҙләтеү, үҫемлектәрҙе ауырыуҙарҙан ҡотҡарыу өсөн орлоҡтарҙы йылы һыуҙа йыуып, марганцовка иретмәһендә сылатып ( 2,5 литр һыуға ярты грамм алына), 40 градус йылылыҡта 20 минут тотоу шарт. Шунан һуң ике мәртәбә йыуып, орлоҡтарҙы бер аҙ һыуҙа тотоғоҙ. Һуған тупраҡҡа ике сантиметр тәрәнлектә ултыртыла. Орлоҡтар араһы биш сантиметр булыуы шарт. Тәүге айҙарҙа һыуҙы күп һибергә кәрәк. Ул ҡырауҙан ҡурҡмай. Был йәшелсәне һыйыр, ҡош тиҙәге, минераль ашламалар менән туҡландырыу яҡшы. Ер артыҡ ҡатып китмәһен, ваҡытында ҡыйын йолҡоп тороғоҙ. Уңыш июль аҙағында, ҡойма ямғырҙар башланғансы йыйып алына. Ҡыяҡтары менән бергә йолҡоп, ике аҙна самаһы елләтелеп торған урында киптерәләр.

 

Һуған үҫтереүселәргә файҙалы кәңәштәр:

 

Һуған тиҙерәк ҡыяҡ ебәрһен тиһәгеҙ, ултыртыр алдынан башын ҡырҡығыҙ.

Орлоғоғоҙ эре икән, уҡ ебәрмәһен өсөн тамыр өлөшөн яртылаш ҡырҡып алығыҙ.

Һуған кишер түтәле янында яҡшы үҫә.

Һуған себене булмаһын тиһәгеҙ, түтәлгә бер аҙ тоҙ һибегеҙ.

Орлоҡтарҙы һыуыҡ тупраҡҡа ултыртмағыҙ, һуған ауырыуҙарға тиҙ бирешәсәк.

 

Фото: life.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в