

Ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы майонез, 5 аш ҡалағы он, тәменсә тоҙ алына.
Эслек өсөн ит йәки колбаса, сыр, помидор, тоҙло ҡыяр, һуған, һарымһаҡ, соус кәрәк.
Ҡамырҙы әҙерләп, тефлон табаға һалырға. Соусты тамсылап ҡына ҡамыр өҫтөнә һалып сығырға. Йәшелсәләрҙе һәм бешкән итте йәки колбасаны ҡамыр өҫтөнә теҙергә. Өҫтөнә мул итеп ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибергә.
«Ялҡау пицца» газда һүрән утта, табаның ҡапҡасын ябып, 10 минут бешерелә. Ризыҡтың әҙерлеген ағас таяҡсыҡ менән төртөп ҡарап тикшерергә.