Көн тәртибендә – ҡулланыусылар баҙарында, сәнәғәттә, мәшғүллек тармағындағы хәлдәр.
БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә, республиканың аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары сеймал менән тәьмин ителгән һәм тотороҡло эшләй. Беҙҙә ит, ит ярымфабрикаттары, үҫемлек һәм аҡ май, һөт, макарон, икмәк һәм кондитер изделиелары етештереү күләме арта. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте өлкәһендә эшләүселәргә ярҙам программаһы лда бар: ҡорамалдар һатып алған өсөн 50 процент субсидия ҡаралған.
БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Азат Асҡаров һүҙҙәренсә, төп тауарҙар хаҡы буйынса даими мониториг алып барыла. Исемлектә 52 – аҙыҡ-түлек, 19 аҙыҡ булмаған тауар. Иғтибарҙа – 520 магазин һәм баҙар.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, дарыуханаларҙа һәм медицина ойошмаларында дарыу запасы етерлек.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, хеҙмәт баҙарында ла хәл тотороҡло. Ошо йылдың тәүге кварталында эшһеҙлектең рекордлы түбән кимәле күҙәтелгән (беҙҙә – 3,6, ә Рәсәйҙә 4,2 процент). Эшһеҙҙәрҙе ҡабаттан уҡытыу ҙа дауам итә. Был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан хеҙмәт баҙарына ярҙам итеү өсөн ебәрелгән ике миллиард һумдың 188 миллионы йүнәлтеләсәк.
Ауылдарҙағы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә булышлыҡ итеү тураһында ла онотмайҙар. Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам бар. Унда эш эҙләүселәр ҙә мөрәжәғәт итә ала.
БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Ситуация үҙәген үҙгәртеп ҡороу тураһында һөйләне. Хәҙер эшҡыуарҙар “ҡыҙыу бәйләнеш”кә (8-347-218-19-19) шылтыратып, санкция шарттарында дәүләт ярҙамы буйынса һорашып белешмә ала ала.
Радий Хәбиров баҡсасылар ширҡәттәренә лә иғтибар бирергә ҡушты. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев баҡса, шәхси хужалыҡ тауарҙары менән сауҙа итеү өсөн 32 майҙанда 682 урын булдырыу тураһында әйтеп үтте.
Фото: БР Башлығы сайтынан.