Курсанттарҙың парад расчеты Еңеү парадында өсөнсө урын өсөн махсус диплом менән билдәләнде.
Тантаналы саранан һуң кадеттар тантаналы марш менән үтте. Максим Забелин мәктәп-интернат музейын, уҡыу кабинеттарын, көнкүреш һәм йоҡо бүлмәләрен ҡараны.
Кадет мәктәбе директоры, подполковник Фәнил Солтанғоловтың әйтеүенсә, мәктәп-интернатта тәрбиәсе булып запастағы 11 офицер эшләй, улар -"ҡыҙыу нөктәләр"ҙе үткән яугирҙар.
Әйткәндәй, был мәктәп-интернат республикала ошондай типтағы берҙән-бер уҡыу йорто. Уның эшмәкәрлеге һәм тәртибе системаһы Суворов, Нахимов һәм президент хәрби училищелары өлгөһөндә төҙөлгән. Дөйөм белем биреү программаһынан тыш, уҡыусылар авиация, гарнизон, строй әҙерлеген үтә, ҡарауыл һәм эске хеҙмәт уставтарын өйрәнә, йәйге лагерҙарҙа хәрби-ялан әҙерлеге үтә. Мәктәп-интернатта парашют-десант әҙерлеген дә үтәләр, 8 синыфта уҡыусылар парашют менән һикерә, осоу практикаһы "Первушино" аэродромында 10-сы синыфта башлана.
Кадет мәктәбендә 4 йыл уҡыталар. Бөгөнгө көнгә бында 323 тәрбиәләнеүсе белем ала, уларҙың 65 проценты - республика райондарынан һәм ҡалаларынан, ҡалған 35 проценты - Өфөнән.
Мәктәп-интернат Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе һанала, йыл һайын үткәрелгән "Йыл космонавтары" авиация-космос конкурсында ҡатнашып, еңеүҙәр яулай, РФ Хәрби-Һауа көстәре Баш командующийының, РФ Оборона министры грамоталары менән бүләкләнгән. Уҡыу ваҡытында кадеттар төрлө түңәрәктәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнә ала. Мәктәптә вокаль-инструменталь ансамбль һәм тынлы оркестр бар. Мәктәптең эшләү осоронда мәктәп-интернатты 1045 егет һәм 41 ҡыҙ тамамлаған, уларҙың 817-һе Рәсәй Оборона министрлығының хәрби вуздарына уҡырға ингән.
Фото: Башинформ.