30 майҙа Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында башҡорт һәм татар йырын башҡарыусыларҙың Хәниә Фәрхи исемендәге “Онотолор тимә...” Халыҡ-ара фестивале асыла.
БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында хәбәр итеүҙәренсә, проект Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында ғәмәлгә ашырыла.
Конкурс ике йәш төркөмө буйынса баһаланасаҡ: 20 – 35 йәш һәм 35 йәштән өлкәндәр. Ҡатнашыусылар Хәниә Фәрхи репертуарынан бер йыр башҡарырға тейеш. Үҫешмәкәрҙәр һәм һөнәри йырсылар айырым баһалана. Конкурсҡа теркәлеү өсөн ике видеофайл (береһендә үҙең тураһында һөйләү, икенсеһендә – конкурста башҡарыласаҡ йыр) менән анкета тултырып, [email protected] электрон почтаһына 20 майға тиклем ебәрергә кәрәк (положение – министрлыҡ сайтында).
Гала-концерт 27 июлдә Ҡазанда үтәсәк.
Фото: vk.com