Тамырҙы ҡабығынан таҙалап, ултыртыр алдынан «Фитоспорин». "Максима" иретмәһендә (эренгә ҡаршы) ярты сәғәт йәки марганцовкала 10 — 15 минут тоторға кәрәк. Аҙаҡ һыуҙа йыуаһың. Гладиолусты тәрәнгә ултыртмайҙар, сөнки әле тупраҡ һалҡын — 10 сантиметр етә. Өҫтәүенә сәсер алдынан ергә эҫе һыу ҡойорға, сәскәне ултыртҡас, өҫтән 10 сантиметр бейеклегендә торф йәки йомшаҡ тупраҡ һибергә кәрәк булыр. Эргәһенә таяҡ ҡаҙап, үҫемлекте шуға бәйләп ҡуялар.