Ул бөгөн иртән ваҡытынан алда шартлы рәүештә (УДО) азат ителгән. Улюкаев Тверь өлкәһендәге колонияла булған. Уны үҙенең “иҫке” Range Rover автомобилендә килеп алғандар.
Оноттоғоҙмо икән, Алексей Улюкаевҡа 2017 йылдың аҙағында хөкөм ҡарары сығарғайнылар. Суд ҡарарынса, ул министр булып эшләгән сағында “Башнефть” компанияһын һатып алыуға ыңғай һығымта биреү өсөн “Роснефть” башлығы Игорь Сечиндан ике миллион доллар ришүәт талап иткән. Талап итеү генә түгел инде...
Һөҙөмтә нимә: һигеҙ йыл ҡаты тәртипле колония һәм 130 миллион һум штраф (уны 2018 йылда тулыһынса түләгән). Һәм биш йыл үткәс – УДО.
Әйткәндәй, Улюкаев ғәйебен танымаған.
Фото: РИА-Новости.