Башҡортостан студенттары – Бөтә Рәсәй конкурсы финалында

ӨДНТУ һәм уның филиалдары, ӨДАТУ, БДМУ, шулай уҡ был уҡыу йортоноң Сибай һәм Стәрлетамаҡтағы филиалдары студенттары «Студеттар стартабы» Бөтә Рәсәй конкурсының финалына үтте.

Башҡортостан студенттары – Бөтә Рәсәй конкурсы финалындаБашҡортостан студенттары – Бөтә Рәсәй конкурсы финалында
Башҡортостан студенттары – Бөтә Рәсәй конкурсы финалында

Финалға үткән ғаризалар һаны буйынса, ӨДНТУ лидерҙар рәтендә. Юғары уҡыу йорто конкурс финалистары һаны буйынса Рәсәйҙең барлыҡ университеттары араһында өсөнсө урынды яуланы. ӨДНТУ студенттары 62 проекттың 27-еһен мәғлүмәти технологияларға арнаған. Бәлки, киләсәктә ниндәйҙе проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын күрербеҙ әле.

ӨДНТУ-ның трансфер технология идаралығы етәксеһе Сергей Гладких әйтеүенсә, хәҙерге ваҡытта студенттар менән эшләү бик кәрәк һәм мөһим.

– Әлеге халыҡ-ара хәл ваҡытында һәм Владимир Путиндың Рәсәйҙә фәндең ун йыллығын иғлан итеү указына ярашлы бигерәк тә көнүҙәк, – тине ул.

Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 – 2031 йылдарҙы фән һәм технологияларҙың ун йыллығы тип иғлан итте. Уның маҡсаты – тикшеренеүҙәр һәм асыштар өлкәһенә һәләтле йәштәрҙе йәлеп итеү, ил һәм йәмғиәт үҫешен хәл итеү, мәғлүмәт аңлайышлығын күтәреү.

Дәүләт йәштәр өсөн барыһын да эшләй, үҫешеү өсөн яңы юлдар аса, ил эсендә программалар булдыра. Һуңғы ваҡытта фәнебеҙ үҫешһен өсөн күп эштәр башҡарыла: инженер мәктәптәр, кванториумдар, «Сириус» филиалдары асыла, юғары уҡыу йорттары үҫешә, яңы кампустар барлыҡҡа килә, студенттар өсөн бюждет урындары күбәйтелә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас