10 майҙа күрше Татарстан республикаһының Төрнәс ауылы янындағы урманда ир-ат мәйете табылған. Уға урманға килгән бәшмәкселәр юлыҡҡан.
Урынға полиция хеҙмәткәрҙәре килгән. Һуңғараҡ был мәйеттең былтыр көҙгөһөн юғалған 46 йәшлек Вячеслав булыуы асыҡланған. Уны атаһы һәм ағаһы таныған.
Туғандары һүҙҙәренсә, Вячеслав 31 октябрҙә иҫерек килеш бәшмәк йыйырға сығып китә. Ул эпилепсия менән дә ауырыған һәм эсеп тә йөрөгән. Шуға күрә йыш ҡына йығылған.
Мәйетте кейеменә ҡарап танығандар. Уның башы булмай. Муйынында теш эҙҙәре күренеп тора.Мәйетте ҡырағай хайуандар кимергән, тип фаразлай белгестәр.
Фото: Т. Аманов