Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн ЦУР балалар пособиеһы түләү тураһында һөйләне

Май байрамдарында республика халҡының социаль селтәрҙәге мөрәжәғәттәре структураһы бер аҙ үҙгәрҙе. Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү буйынса ғәҙәти һорауҙарға балалар пособиеһы түләү темаһы өҫтәлде.

Бөгөн ЦУР балалар пособиеһы түләү тураһында һөйләне
Бөгөн ЦУР балалар пособиеһы түләү тураһында һөйләне

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 апрелдән 8 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр яңы пособиеға өмөт итә ала. Әлегә тиклем бындай аҡсаны яңғыҙ ата-әсә генә алды, ә хәҙер түбән килемле бөтә ғаиләләр ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн ғаиләнең айлыҡ килеме йәшәү минимумынан (2022 йылда Башҡортостанда уның күләме - 11009 һум) түбән булырға тейеш.

Тәғәйенләнгән түләү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт түбәндәге һылтанма буйынса: https://pfr.gov.ru/grazhdanam/8_to_17_years .
  

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: