Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – Бөтә донъя медсестра көнө

Беҙ уларҙы йыш ҡына, шәфҡәт туташы, тибеҙ. Нисек кенә аталмаһын, был һөнәр эйәләре кеше һаулығы һағында тора.

Бөгөн – Бөтә донъя медсестра көнө
Бөгөн – Бөтә донъя медсестра көнө

Был датаны билдәләү тарихы шунан: 1853 – 1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышында Флоренс Найтингейл исемле инглиз ҡатыны Төркиәлә һәм Рәсәйҙәге лазареттарҙа эшләй. Шул осорҙа ул яралыларҙы ҡарау һәм лазареттарҙа санитария принциптарын булдырыу буйынса күп эш башҡара. Һөҙөмтәлә дауаланып ятыусылар араһында үлем осрағы 42 проценттан 2,2 процентҡаса төшә. Англияға ҡайтҡас, Найтингейл медсестралар – шәфҡәт туташтарын уҡытыу буйынса тәүге махсуслаштырылған мәктәп аса.

Рәсәйҙә иһә был һөнәрҙе Петр Беренсе 1722 йылда ("Указ о назначении монахинь в госпитали") булдыра. Тик Екатерина Икенсе уны ғәмәлдән сығара. Әммә медсестраларҙың кәрәклеген иҫәпкә алып, XIX быуат аҙағында йәнә был һөнәргә иғтибар итергә мәжбүр булалар.

Үкенесле бер күрһәткес: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһынан белдереүҙәренсә, яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһының тәүге 18 айында ошо вирусты йоҡтороп 100 меңдән ашыу медицина белгесе вафат була. Уларҙың араһында шәфҡәт туташтары ла күп...

Фото: РИА-Новости.

 

Бөгөн – Бөтә донъя медсестра көнө
Бөгөн – Бөтә донъя медсестра көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: