+16 °С
Болотло
Бынан 40 йыл элек Заһирҙың олатаһы менән өләсәһе әлеге Тутыя шишмәһенә башланғыс бирә. Улар һыу сығанағын йыл да тиерлек таҙартып тора. 76 йәшлек Тутыя инәй шишмәне кәртәләп алыу хыялы менән йәшәй һәм, ниһайәт, ейәне Заһир изге эште ғәмәлгә ашыра.
- Мин һәр ваҡыт өләсәйемдең был хыялын иҫемдә тоттом. Форсат сыҡҡас, байрамдарҙа ауыл ир-егеттәре менән бергәләп Тутыя шишмәһен кәртәләп алдыҡ. Ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтемде еткерәм! – тип яҙҙы ул “Бәйләнештә” социаль селтәрендә.
Фото: Т. Аманов