Бөтә яңылыҡтар

Йыуыныу бүлмәһенән оҙаҡ сыҡмаған

10 йәшлек малай оҙаҡ ваҡыт йыуыныу бүлмәһенән сыҡмай. Хәүефләнгән ата-әсә бүлмәгә барып инһә, ҡоттары оса.

Йыуыныу бүлмәһенән оҙаҡ сыҡмаған
Йыуыныу бүлмәһенән оҙаҡ сыҡмаған

Ғәҙәттән тыш хәл Өфөнөң Калинин районында була. Әсәй кеше “Тиҙ ярҙамға” шылтыратып, улдарының аңын юғалтыуын әйтә.  Урынға тиҙ арала табиптар һәм газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре килә. Билдәле булыуынса, баланың йыуынған ваҡытта хәле насарлана һәм ул иҫен юғалта. Уға “Һөрөм менән ағыуланған” тигән диагноз ҡуйыла һәм дауаханаға оҙатыла.  

Бала газ колонкаһының насар эшләүе һөҙөмтәһендә саҡ үлмәй ҡала. Газ хеҙмәткәрҙәре ҡорамалды тикшерә һәм ваҡытлыса был йорттағы биш фатирға газ биреүҙе туҡтата.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: