Ял паркында йәрәхәтләнгәндәр

Нефтекамала ике ҡыҙ каруселдә әйләнгәндә етди йәрәхәт алған.

12 йәшлек ҡыҙҙар һул яҡ аяҡтарын һындырған. Балалар ял паркында каруселдә әйләнгән. Тик бер ваҡыт аттракцион бер яҡтан икенсе яҡҡа бәрелеп-һуғыла башлаған. Бынан һуң ҡыҙҙар ер һәм ултырғыстар араһында ҡыҫылып ҡалған.

Асыҡланыуынса, карусель урынына яҡшылап нығытылмаған була. Әле был эш буйынса тикшереү башланған.  

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас