Бөтә яңылыҡтар

“Ул үҙ гонаһы өсөн Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында яуап тотасаҡ”

Рөстәм Нәбиев мәрхүм булған атаһы тураһында шулай тине.

“Ул үҙ гонаһы өсөн Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында яуап тотасаҡ”
“Ул үҙ гонаһы өсөн Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында яуап тотасаҡ”

Танылған блогер атаһын юғалтыуҙы ауыр кисерә. Ул социаль селтәрҙәрҙә ғәзиз кешеһе тураһында яҙмалар урынлаштыра, әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрен еткерә, уға яҙылыусы дуҫтарына күңелен бушата.   

Рөстәм Нәбиевтың атаһы менән бәйле бик ауыр хәтирәһе бар. Кеше һүҙенә ҡарап, аффект кисергән мәлдә атаһы ҡатынын харап итә һәм ике сабыйын әсәйһеҙ ҡалдыра...

Ошо ҡот осҡос хәлдән һуң улдарының аталарына боролоп та ҡарамауҙары мөмкин ине. Ләкин Рөстәм ғәзизенең гонаһын кисерә. Һуңғы арала уларҙың мөнәсәбәттәре лә йылынып,  тығыҙ аралаша башлайҙар. Бындай хәлдән һуң да Рөстәмдең атаһын ғәфү итә алыуы күптәрҙе ғәжәпләндерә. Был хаҡта блогерға атаһының үлеменән һуң да төрлө һорау бирәләр. Рәстәм уларға яуап ҡайтарҙы.

- Атай-әсәйҙәр ниндәй генә яңылышлыҡ ҡылһа ла, улар беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ булып ҡала. Беҙ уларҙы хөкөм итергә хаҡыбыҙ юҡ. Атайым гонаһы өсөн үҙ-үҙенә яза биргән инде, ә хәҙер Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында яуап тотасаҡ. Уның ниндәй ғәмәлдәр ҡылыуы мөһим түгел. Минең үҙемдең берҙән-бер яҡын кешемде юғалтҡым килмәне... Ҡайһы бер кешеләр атайымдың ниндәй насар булыуын иҫемә төшөрөп торһа ла, мин уны үҙемсә яраттым. Йөрәк бер ҡасан да яңылышмай, атайым хистәремде тойғандыр, тип ышанғым килә.  Минең хәлдә ҡалғандарға ошондай кәңәш бирге килә: һәр ваҡыт йөрәгегеҙҙе тыңлағыҙ. Атайым менән ваҡытында дуҫлашмаһам, әле был ҡылығымды нисек кисерер инем икән. Әйтеүе лә, аңлатыуы ла ауыр... – тип яҙҙы блогер.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: