Херсон өлкәһенең хәрби-граждан хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Стремоусов белдереүенсә, улар Рәсәй Президентына мөрәжәғәт әҙерләй.
“Херсон ҡалаһы — ул Рәсәй, бында бер ниндәй ҙә ХНР, Херсон Халыҡ Республикаһы, булмаясаҡ, референдум үткәрмәйбеҙ. Был Рәсәй Президентына Херсон өлкәһе етәкселегенең мөрәжәғәте нигеҙендә бер указ ғына буласаҡ", — тигән ул.
Стремоусов йыл аҙағынаса өлкә тулыһынса Рәсәй ҡануниәтенә күсәсәген белдерҙе.
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков былай тигән: “Херсон өлкәһенең Рәсәй составына инеү-инмәүен ундағы халыҡ хәл итергә тейеш”.
Фото: РИА-Новости.