Бөтә яңылыҡтар

Сәсеү эштәре нисек бара?

Бөгөнгө көндә республика баҫыуҙарына 1 млн 81мең гектар майҙанда ярауай культуралар сәселгән.  Был сәсеү кампанияһында  планлаштырылған күләмдең 50 процентын тәшкил итә.  

Сәсеү эштәре нисек бара?
Сәсеү эштәре нисек бара?

 

  Сәсеүҙең нисек барыуы тураһында БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә  БР Премьер-министры урынбаҫары, БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов һөйләне.

Иң күбе – 723 мең майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәскәндәр. Майлы культуралар 259 мең гектар, шәкәр сөгөлдөрө 28,1 мең майҙанда сәселгән.

– Быйыл яҙғы сәсеү эштәре уҙған йылдағы графиктан алдараҡ бара. Май аҙағына ярауай культураларҙы сәсеп бөтөрәсәкбеҙ, – тине министр.

 

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: