Бөтә яңылыҡтар

Пенсионерҙар күберәк сәйәхәт итһен өсөн

2020 йылда "Башҡортстанда оҙон ғүмерлелек" проекты иғлан ителгәйне. Уның маҡсаты–хаҡлы ялдағыларҙы әүҙем һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға йәлеп итеү.  

Пенсионерҙар күберәк сәйәхәт итһен өсөн
Пенсионерҙар күберәк сәйәхәт итһен өсөн

 

 Пенсионерҙар араһында иң популяр йүнәлештәрҙең береһе булып туризм иҫәпләнә. Улар ошо проект сиктәрендә «Өфө ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала», « Бөрө – тарих һәм хәҙерге заман», «Красноусольскиҙың изге сығанаҡтары», «Торатау геопаркы»   экскурсиялары буйынса сәйәхәт иткән.

БР Башлығы Радий Хәбиров  программаны финанслауҙы арттырырға вәғәҙә бирҙе. Сумма 16 миллион һумға етәсәк. Республика етәксеһе район хакимиәте етәкселәренә   үҙҙәрендә туристик маршруттар булдырырға ҡушты.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: