Бөтә яңылыҡтар

Үлемесле авария...

Бөгөн киске сәғәт биш тирәһендә Шаран районында, Шаран-Төмәнәк автомобиль юлының 15-се саҡрымында, "ВАЗ-2110" менән "ВАЗ-2114" машиналары бәрелешкән. "ВАЗ-2114" машинаһынан бер кеше һәләк булған, ике кеше дауаханаға оҙатылған. Шулай уҡ икенсе автомобилдән дә водитель менән ике пассажир дауаханаға оҙатылған.

Үлемесле авария...
Үлемесле авария...

Ваҡиға урынында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: