Бөтә яңылыҡтар

Көн һайын бер ҡорбан...

БР ЮХХДИ мәғлүмәттәре: 25 апрелдән 11 майға тиклем 140 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 172 кеше зыян күргән, 16-һы үлгән.

Көн һайын бер ҡорбан...
Көн һайын бер ҡорбан...

Был турала ЦУР-ҙа үткән оператив кәңәшмәлә БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев һөйләне.

Дөйөм алғанда, йыл башынан 983 юл һәләкәте теркәлгән. Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 57-гә әҙерәк. Әммә һандар барыбер ҡурҡыныс: 1259 кеше зыян күргән, 95 кеше үлгән.

Йыл башынан 4449 кешенең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған. Шуларҙың 47-һе авария яһаған.

Юлда һаҡ булығыҙ, иҫерек кешегә ултырмағыҙ, үҙегеҙ рулдә шәп йөрөмәгеҙ!

Көн һайын бер ҡорбан...
Көн һайын бер ҡорбан...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: