-5 °С
Болотло
Ҡамырға 2,5–3 стакан он, 200 г аҡ май, 1 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс, 2 аш ҡалағы шәкәр , эслеккә 400 г эремсек, 2 йомортҡа, ярты стакан шәкәр кәрәк.
Он, ҡамыр ҡабартҡыс hәм шәкәрҙе бергә болғатабыҙ. Өҫтөнә ҡырғыстан һыуытҡыстан алған майҙы ҡырабыҙ. Яҡшылап ыуалайбыҙ. Ыуалып торған ғына ҡамыр килеп сығырға тейеш. Эремсеккә шәкәр, йомортҡа һалып, эслек әҙерләйбеҙ.
Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Табаны майлайбыҙ ҙа, бер өлөшөн табаға йәйәбеҙ, өҫтөнә эремсек, уның өҫтөнә ҡамырҙың икенсе өлөшөн hалабыҙ. 180 градуслы духовкала өҫтө ҡыҙарғансы 45 минут бешерәбеҙ.