- Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы төбәктә инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса системалы эш алып бара. Бизнес-тәҡдимдәр әҙерләп, беҙ инвесторҙарға республикабыҙҙың бөтә мөмкинлектәрен күрһәтәбеҙ. Был производствоның тармаҡ йүнәлешен һайлау бурысын күпкә еңеләйтә, - тине Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. - Тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыу инвесторға алюмин катерҙар етештерергә һәм бәләкәй габаритлы судноларҙы йыл әйләнәһенә тикшерергә мөмкинлек бирәсәк. Кейс менән төбәктең Үҫеш корпорацияһы һәм инвестиция порталында танышырға мөмкин.
Бизнес-тәҡдим хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Үҫеш корпорацияһы сайтындағы "Бизнес-кейстар" бүлегендә табырға мөмкин.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru