Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан - иң әүҙемдәрҙең береһе

Республикабыҙ “Регион-НКО – 2021” рейтингының ”Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторы масштабы буйынса” күрһәткесендә иң алдынғы биш төбәк рәтендә.

Башҡортостан - иң әүҙемдәрҙең береһе
Башҡортостан - иң әүҙемдәрҙең береһе

«РАЕX-Аналитика» рейтинг агентлығы РФ Йәмәғәт палатаһы менән берлектә НКО-сектор үҫеше буйынса бойондороҡһоҙ рейтинг төҙөп, сираттағы отчетын баҫтырып сығарған.

Исемлек төҙөү өсөн төп һорау шулай: “Төбәктә коммерция булмаған сектор нисек үҫә һәм ниндәй кимәлдә ғәмәлгә ашырыла?” Һәм ун фактор ҡарала.

“НКО-сектор масштабы” күрһәткесендә беҙ – бишенсе. Республикабыҙҙан алда – Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Татарстан республикаһы һәм Силәбе өлкәһе. “РФ төбәктәрендә коммерция булмаған ойошмаларға булышлыҡ итеү тураһында онлайн мәғлүмәт асыҡлығы” күрһәткесе буйынса Башҡортостан беренсе урында.

Бынан тыш, “НКО-лар өсөн йәмәғәт палаталарының әһәмиәте” буйынса – ТОП-10-да, ”НКО-ның иҡтисади әһәмиәте”, ”НКО-ның әүҙемлеге”, “НКО-ға булышлыҡ итеүҙә ресурс үҙәктәренең роле” күрһәткесендә беҙ ТОП-20 исемлегендә.

Һөҙөмтә шул: рейтинг күрһәтеүенсә, Башҡортостан – коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторы үҫеше буйынса әүҙем төбәктәрҙең береһе. Бындай баһаны беҙгә РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ирина Абрамова биргән.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.

Башҡортостан - иң әүҙемдәрҙең береһе
Башҡортостан - иң әүҙемдәрҙең береһе
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: