Бөтә яңылыҡтар

Балалар ялы – 2022: һауыҡтырыу лагерҙары, йөҙөргә өйрәтеү программаһы, юллама хаҡына компенсация

Республика Башлығы уҙғарған оператив кәңәшмәлә балаларҙың йәйге ялын ойоштороу тураһында сығыш булды. БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек әүҙем бара, быйыл был юҫыҡта финанслау күләме бер миллиард 798 миллион һум.

Балалар ялы – 2022: һауыҡтырыу лагерҙары, йөҙөргә өйрәтеү программаһы, юллама хаҡына компенсация
Балалар ялы – 2022: һауыҡтырыу лагерҙары, йөҙөргә өйрәтеү программаһы, юллама хаҡына компенсация

5 майға ҡарата балалар ялын ойоштороу реестрында 1545 ойошма бар. 2021 йылда Башҡортостан бөтә төр лагерь буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

Быйыл йәйге һауыҡтырыуға 400 мең баланы йәлеп итеү күҙаллана. Был мәктәп йәшендәге бөтә бала һанының 78,6 проценты. Төрлө йүнәлештәге лагерҙар эшләйәсәк. “Йәйләү” ҙә шул иҫәптә.

Быйыл тәүгә Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 19 ҡала ситендәге пляжлы, бассейнлы лагерҙа 7770 баланы йәлеп иткән “Йөҙөүгә өйрәтеү” программаһы эшләйәсәк.

Быйыл шулай уҡ юллама хаҡы буйынса ике төр компенсация (rest.edu-rb.ru сайтында ғариза бирелһә – 70 процент; мирпутешествий.рф порталында алынған юллама өсөн балаларға кешбэк программаһы буйынса – 30 процент) ҡаралған. Ата-әсәләр белешһен.

Фото: Юлай Кәримов (Архив).

Балалар ялы – 2022: һауыҡтырыу лагерҙары, йөҙөргә өйрәтеү программаһы, юллама хаҡына компенсация
Балалар ялы – 2022: һауыҡтырыу лагерҙары, йөҙөргә өйрәтеү программаһы, юллама хаҡына компенсация
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: