Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә комплексы төҙөләсәк

Белорет районы хакимиәтендә үткән сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә бик ҡыҙыҡлы инвестиция проекты ҡаралды. Проект авторы ҡалала ғаилә күңел асыу комплексы булдырырға ниәтләй.

Ғаилә комплексы төҙөләсәк
Ғаилә комплексы төҙөләсәк

Унда батут паркы, лабиринт, боулинг, бильярд, скалодром, ҡаршылыҡтар һыҙаты кеүек аттракциондар ҡуйыласаҡ. Был идеяны ғәмәлгә ашырыу өсөн инвесторҙың шәхси аҡсаһы бар. Тик уңайлы ер участкаһы кәрәк. Проект уңышлы ғәмәлгә ашырылһа, бында 15 кешегә яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Әйткәндәй, хакимиәттә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" һәр кесе йомала уҙа.
Фото: Белорет районы хакимиәтенән.

Ғаилә комплексы төҙөләсәк
Ғаилә комплексы төҙөләсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: