Бөтә яңылыҡтар

8-17 йәштәрҙәге балалар тәрбиәләнгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә яңы түләүҙәр

Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин 8-17 йәштәрҙәге балалар тәрбиәләнгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә яңы түләүҙәр башланыуы хаҡында иғлан итеп, илебеҙҙә 3,5 миллион балаға 2,5 миллиондан ашыу ғариза яҙылған, тип хәбәр итте. Был социаль ярҙам сараһы РФ Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса индерелде.

8-17 йәштәрҙәге балалар тәрбиәләнгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә яңы түләүҙәр
8-17 йәштәрҙәге балалар тәрбиәләнгән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә яңы түләүҙәр

- Был ата-әсәләр өсөн бик ҙур плюс, сөнки күпселек осраҡта уларға ниндәйҙер өҫтәмә белешмә тапшырырға кәрәкмәй. Түләүҙәрҙе тәғәйенләр өсөн талап ителгән белешмәләрҙе яуаплы органдар дәүләт мәғлүмәт системаларынан ала, - тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы линияһы буйынса 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ аҡсалата түләү бирелә. 1 майға ҡарата, ошо йәштәге 86 813 балаға айлыҡ түләүҙе (3 йәштән 7 йәшкә тиклем) республикала 73 342 ғаилә ала, 41 413-өнә түләү 100 процент күләмендә билдәләнгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: