Башҡортостан юлдаш телеканалында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған телемарафонда дивизияның ветеринарҙар хеҙмәте тураһында бер нисә уникаль мәғлүмәт еткерелде. БР Милли архивының бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәтиәтуллин бығаса бер ҡайҙа яҡтыртылмаған архив документтарын күрһәтте. Мансур Багдан улы Баһаутдинов Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда байтаҡ тәжрибә туплаған ветеринар була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолғас, 275-се кавалерия полкы аттарын ҡарауҙы уға йөкмәтәләр. Эшенә яуаплы ҡараған ветеринар полк аттарын тейешле тәртиптә тотоуы өсөн бер нисә тапҡыр командование тарафынан билдәләнә. 500-ҙән артыҡ яралы атты тылға оҙатыуҙы тейешле ойоштора, бихисап яралы атты кире сафҡа баҫтыра. Ветеринар-яугир М.Баһаутдинов яуҙа күрһәткән фиҙәҡәрлеге һәм ҡаһарманлығы өсөн ике тапҡыр "Ҡыҙыл йондоҙ" орденына лайыҡ була. Бөйөк Ватан һуғышында хәрби ветеринария хеҙмәтенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ветеринарҙарҙың үҙҙәренең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып фронт аттарын ҡотҡарған осраҡтар билдәле. Улар яралы аттарҙы ауалап сафҡа ҡайтарып ҡына ҡалмай, фронтта эпизоотик хәлде лә ныҡлы контролдә тота. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армияның 7 меңдән ашыу хәрби ветеринар табибы дәүләт наградаһына лайыҡ була.